logo
Иванаевская сельская модельная библиотека-филиал №9
МБУК МЦБС МР Дюртюлинский район РБ

Тел — халҡыбыҙҙың рухи байлығы/Язык — духовное наследие народа

Диктант яҙҙым…

Диктант яҙҙым ғорурланып,
Бөгөн башҡорт телендә!
Башҡорт икәнлегем минең,
Телемдән бит беленә.

Иҫкә төшөрөп мәктәбем,
Уҡыусы булған сағым!
Парта артына ултырып
Мин диктант яҙҙым тағын!

Һәр бер һүҙе ,һөйләмдәрен,
Йотлоғоп тыңлап барам.
Белемемде тикшерергә
Был форсат ҡына бары .

Үҙ телемдә яҙыуҙарым,
Ҙур шатлыҡ минең өсөн!
Һынарға яй сығып торһон,
Һәр ваҡыт белем көсөн!
Зәһүрә Әбелкарамова Киреева

 

#башҡорттелендәдиктант
#башдиктант2026
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам