Веселый час «Смех и книги»
Самый веселей, задорный, праздник — это, конечно, праздник смеха и улыбок, который отмечается 1 апреля. День смеха немыслим без шуток, юмора и розыгрышей. В библиотеке в этот день на книжной выставке расположились весёлые и озорные рассказы, книги современных писателей юмористов.
Активный читатель библиотеки Загура Абулкарамова — Киреева написала стихотворение собственного сочинения ко дню смеха на башкирском языке.
Алдандым…
Ҡамасауламай бер кемгә
Йылмайып-көлөп алыу!
Көлкө көнөндә шаярмай
Яҙыҡтыр,ситтә ҡалыу!
Иртә таңдан ут күршене
Алдап сығайыҡ әле!
Алданып ҡуймайыҡ,дуҫтар
Уйындың ҡыҙған мәле!
Телефондан дуҫтарҙы ла
Шаяртыу зыян итмәҫ.
Йылына бер алданғандан
Күңелдәре кителмәҫ!..
Көлкө көнө икәнлеген
Һәр кем аңлап алғансы!
Рәхәтләнеп алдайымсы
Күңелдәрем булғансы!
Көн буйына йөрөй торғас,
Күп кешене алданым.
Дуҫым саҡырҙы ҡунаҡҡа…
Их!Үҙем дә алдандым…
Зәһүрә Әбелкарамова-Киреева
Көләйек…
Өйрәнәйек әле дуҫтар,
Ерҙә көлөп йәшәргә!
Юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит,
Көлөү,тиеп йәшәртә!
Уңыштарға шатланайыҡ,
Йылмаяйыҡ,көләйек!
Был тормоштоң,йәшәүҙәрҙең
Ҡәҙерҙәрен беләйек!
Көлә белгәндәрҙе генә,
Һағыштар урап үтәр!
Юлдары уңышлы булыр,
Бәхетле ғүмер көтәр!
Йылмайып ҡаршы алайыҡ,
Һәр таңды ,иртән атҡан.
Оҙатайыҡ көлөп кенә ,
Ҡояшты,кисен батҡан.
Ҡояш балҡыр һәр көн һайын,
Яҡтырып китәр йыһан!
Бер-берһенә ҡарап көндә,
Бөтә кеше йылмайһа!
Зәһурә Әбелкарамова-Киреева
